Главная » 2015 » Октябрь » 29

Әбйәлилдең  85 йыллыҡ юбилейына арнап мәктәптә тантаналы линейка үткәрелде. Айгөл Ибраһим ҡыҙы етәкселегендәге 7 класс уҡыусылары бик матур әҙәби-музыкаль композиция тәҡдим итте.

         Улар районыбыҙ тураһында бик йөкмәткеле сығыш әҙерләгәндәр, яңы ғына донъя күргән энциклопедия менән таныштырҙылар, уҡыусылар  Әбйәлил тураһындағы шиғырҙарҙы тасуири итеп һөйләнеләр, йырҙарҙы бик матур итеп башҡарҙылар. 

Просмотров: 374 | Добавил: ilgam | Дата: 29.10.2015 | Комментарии (0)

Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап тантаналы линейка үткәрелде. Линейкала бөтә мәктәп уҡыусылары  Башҡортостан гимнын рус, башҡорт телдәрендә башҡарҙы. Айнур   Морат улы етәкселегендәге 6 класс уҡыусылары әҙәби-музыкаль монтаж менән бик уңышлы сығыш яһаны. Тарих уҡытыусыһы И.З.Кейекҡужина “Суверенитет яулауға – 25 йыл” тигән темаға йөкмәткеле мәғлүмәт бирҙе. Дәрестән һуң клуб янында йәрминкә ойошторолдо.

Просмотров: 555 | Добавил: ilgam | Дата: 29.10.2015 | Комментарии (0)