Главная » 2019 » Февраль » 2 » Мәктәптә башланғыс кластар ун көнлөгө үтте.
09:42
Мәктәптә башланғыс кластар ун көнлөгө үтте.

Мәктәптә башланғыс кластар ун көнлөгө үтте. Рус теле һәм әҙәбиәте, математика, сит телдәр, музыка, экология һәм тәбиғәт, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, театр, спорт көндәре үткәрелде.
Уҡыусылар сараларҙа ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Мәҫәлән, ”Ҡоштарға ярҙам ит! “акцияһында бөтә уҡыусылар ҙа тағараҡ эшләп алып килделәр, математика фәненән үткәрелгән олимпиадала әүҙем ҡатнаштылар, шулай уҡ үҙебеҙҙең ауылдан балалар яҙыусыһы, шағирә Биктимерова Фәнүзә Зиннур ҡыҙы менән осрашыу барыһы өсөн дә фәһемле, файҙалы булды. Музыка көнөндә үткәрелгән йырсылар конкурсында һәләтле балалар асыҡланды, театр көнөндә һәр класс әкиәт сәхнәләштерҙе, рус теле һәм сит телдәр көнөндә тел буйынса интеллектуаль марафонда әүҙем көс һынаштылар, спорт көнөндә ” күңелле старттар”ҙа ярышып , уҡыусылар үҙҙәренә көс, дәрт алдылар.





Просмотров: 338 | Добавил: kirdas-13 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: