Главная » 2019 » Май » 20 » БАШҠОРТ ТЕЛЕ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ - АРА ДИКТАНТ ҮТКӘРЕЛӘ
16:03
БАШҠОРТ ТЕЛЕ БУЙЫНСА ХАЛЫҠ - АРА ДИКТАНТ ҮТКӘРЕЛӘ

http://roobaimak.ucoz.ru/foto-novosti/2019/metod/76540790.png

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р.Ф Хәбировтың 2019 йылдың 4 апрелендәге РГ-111 һанлы Бойороғона ярашлы 2019 йылдың 18 май көнө башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант үткәрелә.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү Фондының был тәҡдиме башҡорт теле уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында хуплау тапты, БР Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университеты, БР юғары уҡыу йорттары ректорҙары ойошмаһы менән берлектә үткәрелә. Был сараның маҡсаты - башҡорт телен популярлаштырыу, телде өйрәнеүгә һәм белеүгә йәмғиәттең иғтибарын арттырыу.

   Диктант яҙыу урыны – Ҡырҙас мәктәбе , 10.00 сәғәттә.

Просмотров: 267 | Добавил: ilgam | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *: